Әммә был “кәңәш”тең файҙаһынан зыяны күберәк булған. Ул организмында һыу миҡдарының артыҡ күп булыуы арҡаһында саҡ үлмәй ҡалған. Аңын юғалта башлағас, ҡатына “Тиҙ ярҙам” машинаһы саҡырған. Дауаханала өс көн яһалма һулыш аппараты тоташтырылған килеш ята. Тикшереү һөҙөмтәһендә, гипергидратациянан (һыу эсеп ағыуланыуҙан) интегеүе асыҡлана. Баш мейеһе шешенә башлаған була.