Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2021, 18:14

Пенсия, Әсәлек капиталы арта

Рәсәйҙә ғинуар айында күп кенә яңы закондар үҙ көсөнә инде.

Рәсәйҙә ғинуар айында күп кенә яңы закондар үҙ көсөнә инде. “Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме (МРОТ) арта, пенсиялар һәм әсә капиталы индексациялана. Шулай итеп, Яңы йылдан МРОТ 12 792 һумға етәсәк (быға тиклем 12 130 һум ине).
Эшләмәүсе пенсионерҙарға пенсия күләме йыл башынан 6,3 процентка арта. Шулай уҡ Әсәлек капиталы ла индексациялана – 3,7 процентка артасаҡ. Шул рәүештә беренсе балаға түләнә торған аҡса 483,8 мең һумға етәсәк ( бөгөн уның күләме – 466,6 мең һум). Икенсе балаға – 639,4 мең һум (хәҙер – 616,6 мең һум) биреләсәк.
Читайте нас: