Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2021, 16:40

Тормошобоҙҙа тап ун ике йыл һайын мөһим ваҡиғалар булып торҙо

Сулпан Асҡарова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт филармонияһының баш режиссеры.

Беҙҙең ғаиләлә өс Үгеҙ бар. Мин, тормош иптәшем - билдәле композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин һәм бәләкәс ҡыҙыбыҙ Нәргизә ошо йондоҙлоҡ аҫтында тыуғанбыҙ.
Тормошобоҙҙа ла тап ун ике йыл һайын мөһим ваҡиғалар булып торҙо. Икебеҙгәлә егерме дүрт йәштә өйләнештек. Ә утыҙ алты йәш тулғанда, ун бер йыл буйы көттөрөп, икенсе ҡыҙыбыҙ Нәргизә донъяға килде. Киләһе йыл да беҙҙең өсөн уңышлы, ғаиләбеҙгә төрлө матур яңылыҡ-хәбәрҙәргә бай булып килер тип өмөт итәбеҙ.
Холҡобоҙға килгәндә, өсөбөҙ ҙә яртылыҡ юлда туҡталып ҡала белмәйбеҙ. Хатта тәү ҡарашҡа бөтөнләй килеп сыҡмаҫлыҡ эш булып күренһә лә, тормошҡа ашырып ҡуябыҙ. Һөҙөмтәһе, әлбиттә, һәр ваҡыт яңынан-яңы баҫҡыстарға күтәрелергә әйҙәй, саҡырып тора.
Читайте нас: