Йыл башынан "удаленка"ла эшләү буйынса эш биреүселәр менән хеҙмәткәрҙәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләгән закон үҙ көсөнә инә. Ул декабрь башында хупланды.
Законға ярашлы, ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡмағанда (эпидемия шундайҙар иҫәбенә инә) хеҙмәткәр менән эш биреүсе үҙ-ара килешеү буйынса ғына өйҙән тороп эшләүгә күсергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта эш биреүсе тейешле техника менән тәьмин итергә, ялдары һәм командировкалары өсөн түләргә тейеш. Тағы ла шуныһы мөһим – "удаленка"ға күсеү, эш күләме шул уҡ ҡалған осраҡта, эш хаҡын киҫеүгә сәбәп була алмай.