Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ғинуар 2021, 20:05

Яңы йыл бүләге

Бер юлы өс бала тыуасағын белгәс, ир ҡатынын ташлап китә.

Воронежда яңғыҙы дүрт бала тәрбиәләүсе әсәгә Яңы йыл бүләге – машина биргәндәр.
Мәскәү автосалондарының береһендә йыл һайын ярҙамға мохтаж ғаиләгә машина бүләк иткәндәр. Воронежда йәшәүсе Наталья Стороженконың ғаилә тарихы берәүҙе лә битараф ҡалдырмаған.
Ире үлгәс, ҡатын бер балаһы менән тол ҡала. Күпмелер ваҡыттан һуң, икенсе берәү менән ғаилә ҡороп ҡарай. Тик уныһы бер юлы өс бала тыуасағын белгәс, ҡатынын ташлап китә. Балалар ваҡытынан алда, етлекмәйенсә, ауырыу булып тыуалар. Әлеге көндә ғаилә балалар пособияһына һәм пенсияһына ғына йәшәй. Машина тураһында әсәй кеше хыялланмағанда.
Читайте нас: