Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 15:36

Аптыратты әле был Гүзәл Уразова!

Әллә буш хәбәр булғанмы?

Яратҡан йырсыбыҙ Гүзәл Уразованың дүртенсегә бала көтөүен ишеткәйнек инде. Шуға ла һуңғы көндәрҙә уның Мәскәүҙә туйҙа бейеп йөрөгәнен халык күреп, хайран ҡалдыҡ. Ошо видеоны ул үҙенең инстаграм битенә ҡуйған.
«Гүзәл, Һеҙ ысынлап та ла ауырлымы? Шул тиклем энергияны ҡайҙан алаһығыҙ?» — тип һорағандар. «Точно ауырлы мин», — тип яуаплаған Гүзәл Уразова.
“Уңыштар һеҙгә», «Күҙ теймәһен, шулай дауам итегеҙ! Үҙеңә, ғаиләгеҙгә, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйем!» — тип яҙған халыҡ йырсыға.
Беҙ ҙә сәхнә йондоҙона шундай матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Яңы йыл менән ҡотлап, уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: