Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 13:40

Атаһы туҡмап ташлаған малайҙың һөйәктәре һынып бөткән

Баланың әсәһе ашығыс ярҙам саҡыра.

Атаһы туҡмап ташлаған малайҙың һөйәктәре һынып бөткән.14 йәшлек бала реанимацияла ята, уның ҡабырғалары һынған, башы имгәнгән, тәне күгәргән.
29 декабрҙә Мәскәүҙә бер ир 14 йәшлек улын туҡмап имгәтә. Баланың әсәһе ашығыс ярҙам саҡыра. Ҡатын улының йығылыуын һәм башы ауыртыуына зарланыуын әйтә. Ләкин табибтар баланы ҡарағас, был һүҙҙәрҙең ялған булыуын аңлап ҡала. Малайҙың тәне күгәреп, ҡабырғалары һынып бөткән була.
Туҡмалған баланы ашығыс рәүештә дауаханаға алып китәләр. Уның башы ла имгәнеүе билдәләнә. Табибтар был хәл тураһында полицияға хәбәр итә. Реанимацияла ятҡан баланы хоҡуҡ һаҡлаусылар һораштыра.
« Бала әйтеүенсә, уны атаһы туҡмаған. Ул баланы ныҡ ҡыйнап ташлаған, үҙе был ваҡытта иҫерек булған».
Яҡын арала уға операция яһарға йыйыналар, бер нисә операция кәрәк булыуы ла ихтимал.
Читайте нас: