Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 22:50

Һатыусы тикшереүселәргә ташланған

Әлеге административ хоҡуҡ боҙоу тураһында хәбәр тикшереү органдарына еткерелгән.

Билдәле булыуынса, 3 ғинуарҙа республика Башлығы ҡарары менән иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйылғайны. Шулай ҙа был законды үтәргә телмәгәндәр бар әле. Бөгөн Өфөнөң Нижегорордка биҫтәһендә араҡы һатҡан ханымды фаш иткәндәр.
Һатыусы үҙен насар тотҡан, активистарға, үҙен төшөргән операторға ташланған, магазиндан ҡыуған, һатылған араҡыны бәреп ватҡан. Ахырҙа был урынға полиция хеҙмәткәрҙәре саҡырылған, һатыусы ғәйебен таныған. “Закон үтәлә тип әйтә алам, – ти был хаҡта “Хәүефһеҙ Республика” проектының төбәк йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Денис Михайлов. – Шәхси пункттарҙа иҫерткес эсемлектәрҙе пәрҙәләр, таҫмалар менән ҡаплайҙар. Әлеге административ хоҡуҡ боҙоу тураһында хәбәр тикшереү органдарына еткерелде”.
Иҫерткес эсемлектәр һатыуға сикләүҙәр 4,5, 6 ғинуарҙа ла үҙ көсөндә ҡала. Был көндәрҙә араҡы, шарап, иртәнге ундан икегә тиклем генә һатыласаҡ.
Читайте нас: