Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 01:22

Бөгөн Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө үтте!

Ошо уңайҙан Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә махсус майҙансыҡтар ойошторҙо.

Унда һәр теләгән бала ата-әсәһе менән ҡоштар өсөн тағараҡ эшләй алды. Бындай майҙансыҡтар республиканың байтаҡ район-ҡалаларында, хатта ауылдарында эшләне. Акцияға 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашып, 3 мең тирәһе тағараҡ эшләп элде.
Был саранан Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы балалары ла ситтә ҡалманы. Улар ата-әсәләр, сараны ойоштороусылар менән бергә "Ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙың птицҽрияһы" акцияһында ҡатнашты.
- Ҡыш миҙгеле - бөтә ҡоштар өсөн дә ауыр осор. Билдәле булыуынса, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡышын һыуыҡтан түгел, ә аслыҡтан һәләк була. Һалҡындар башланыу менән ҡоштарға аҙыҡ кәмей. Сатлама һыуыҡ төндәрҙә туңмаҫ өсөн ҡоштарға бик күп энергия кәрәк. Шул энергияны туҡтауһыҙ тулыландырыу маҡсатынан, ҡоштар йәй көндәренә ҡарағанда ла күберәк һәм йышыраҡ туҡланырға тейеш. Мәҫәлән, ҡарабаш турғайҙар бер төн эсендә генә үҙҙәренең 10% ауырлыҡтарын юғалта. Ҡышҡы көндәр бик ҡыҫҡа. Аҙыҡ табыу өсөн ҡоштарҙың ваҡыты ла сикле. Һалҡындарҙан ҡасып һәм аҙыҡ табыуҙың еңелерәк юлдарын эҙләп, улар ҡала һәм ауылдарға, кеше торлағына яҡыныраҡ килә. Ҡышҡыһын ҡоштарға көн күреү еңелерәк булһын өсөн, уларҙы ашатып тороу мөһим. Тик быны дөрөҫ ойошторорға кәрәк. Ә улар, рәхмәт йөҙөнән, йәйгеһен урман, парк, баҡсаларыбыҙҙы төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙән һаҡлар. Ҡанатлы дуҫтарға ярҙам күрһәтеү маҡсатында, ҡоштарға тағараҡтар эшләп элдек,- тиҙәр улар шатланып.
Читайте нас: