Читала утыҙ биш йәшлек ир дүрт йәшлек үгәй улын туҡмай ҙа, гаражға бикләп ҡуя. Тышта утыҙ градуслыҡ һыуыҡ була. Бала өйҙә йөрөгән кейемдә генә – ялан аяҡ һәм йоҡаҡ ҡына трико менән футболкала бер нисә сәғәт һыуыҡта тора. Был ваҡиға трагедия менән тамамланыр ине. Ярай ҙа әсәһе полицияға мөрәжәғәт итеп өлгөрә.