Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 14:45

Үгеҙ йылында тыуһам да, “һөҙгәк” түгелмен

Ринат Сөләймәнов, шағир, башҡорт теле уҡытыусыһы.

Минең “Беҙ – 85-тән” тигән шиғырым бар. Был ижад өлгөһө исеме аҫтына “1985 йылғыларға – Үгеҙ йылында тыуған ир-аттарға арнала” тигән аңлатма ла биреп китәм. Ябай ғына ошо шиғыр матбуғатта донъя күргәндән һуң, Үгеҙ йылында тыуыусыларға эйәреп тә, урыны менән уларға төрттөрөп тә яҙылған рифмалашҡан пародиялар марафоны интернет донъяһын шаулатып алды. Тәүгеләрҙән булып Мәүлит ағай Кәрим үҙенең тыуған йылы менән бәйле илһам емешен контаксылар хөкөмөнә сығарҙы. Унда беҙҙе – Үгеҙ йылында тыуыусыларҙы ҡытыҡлап алыуға ҡоролған юлдар ҙа бар ине. Уның артынса, тыуған йылындағы хайуанын данлап, башҡаларҙан өҫтөн яҡтарын тасуирлап, был төртмәле ижади марафонды дауам итеүсе тағы бер нисә ҡәләмдәш табылды. Ә яҙылыу тарихына килгәндә, был шиғыр Фәнзил класташымдың тыуған көнөнә арналып ижад ителгән ине.
Үгеҙ йылында тыуһам да, “һөҙгәк” үгеҙ түгелмен. Шулай ҙа, үҙемә ҡылыҡһырлама бирер алдынан, “үгеҙлегем”дең (үҙлегемдең) сифаттарын интернет киңлектәренән өйрәнеп, анализларға тура килде. Мәғлүмәттәрҙең 95% тәбиғәтемә тап килеүе мине таң ҡалдырҙы. Быға саҡлы холоҡ-фиғелем хаҡында яҡындарымдан, башлыса, әсәйемдән, ҡатынымдан, шулай уҡ эштәге етәкселәремдән ишеткеләп торҙом. Кешегә йөҙ тапҡыр “сусҡа” тип әйтһәң, йөҙ ҙә беренсеһендә ул хырылдай башлай тигәндәй, йыш ҡына минең юҫыҡҡа әйтелгән “яуаплы”, “намыҫлы” тигән һүҙҙәргә күптән күнегеп, шундай кеше образына ингән инем. Баҡ тиһәң, мәғлүмәттәр бәйән итеүенсә, был сифаттар Үгеҙ йылында тыуыусыларға туранан-тура ҡағыла икән. Әлбиттә, үҙемде хуплауға үтә ҡаршымын, шулай ҙа, ҡушылған эште атҡарыуға яуаплы ҡарауҙы иҫәпкә алғанда, яҡшы сифаттарымды тартынып ҡына теҙеп китергә мохтажмын: хеҙмәт яратам, эшкә яуаплы ҡарайым, минең өсөн ғаиләнән дә мөһимерәк “дәүләт” юҡ, ғүмерҙе ашыҡтырмайым, әммә йәшәйештән артта ҡалыуҙы ла кисерә алмайым, тормош мәғәнәһен эштән һәм ғаиләнән табам. Бер көн эшһеҙ торһам, донъя туҡтап ҡалған һымаҡ тойола башлай. “Кеше ял итеп алырға ла тейеш, ул да тормоштоң бер өлөшө” тигән фекер менән үҙемде тынысландырам. Унда ла йәшәү мәғәнәһен табырға тырышам.
Ял ваҡыттарымда тәрән йөкмәткеле фильмдар ҡарауҙы үҙ итәм. Үтә тетрәндергән фильмдарҙың береһе Эндрю Никколдың “Ваҡыт” тигән фантастик драмаһы. Ер кешеһе булһам да, мәле менән хыялымда Йыһанға яҡынайып, фәлсәфәүи уйҙарға, логик фекерләүҙәргә, аналитикаға бирелеп ләззәтләнергә яратам. Шәп идеяларҙы мөгөҙөмә элеп алырға ғына торам. Улар тормошто аңларға, атҡарылған эштәргә һығымта яһарға этәрә. Бер юлы үҙ-үҙемә психолог булып торам. Был иһә эске ташҡындарымды ярҙарына ҡайтарырға, йөрәгемде күсәренә ултыртырға ярҙам итә кеүек.
Ә “етешһеҙ” яғыма килгәндә, үтә ваҡсыллығым (педантичность) яҡындарымды биҙрәтеп ебәрә. Был сифатым һөнәремә бәйле тағы ла көслөрәк үҫешкән шул һәм һәр саҡ тиерлек эйәреп йөрөй, хатта ҡайһы ваҡыт үҙемдән алдараҡ бара. “Етешһеҙ” тигән һүҙҙе тырнаҡ эсенә алам, сөнки ул холҡомдоң ни тиклем кире икәнлеген аңлата алмайым.
Ошо урында элекке бер директорым Валькова Галина Александровна әйткән һүҙҙәр иҫкә төшә: “Һинең бер генә етешһеҙ яғың бар, ул – баҫалҡылыҡ”, – ти, ине. Шуға эйәреп, үҙемдең дә ҡайһы ваҡыт, асыулы сағымда, шәфҡәтлелек – ул кире сифат тип әйткәнем булғылай. Шуның кеүек ҡайһы бер кире сифаттың – ыңғай, ыңғай сифаттың кире яҡтары булалыр ул.
Әйткәндәй, етешһеҙ яҡтарым элегерәк күберәк сағыла торған ине. Уларҙың тормошта ҡамасау булыуын аңлауым, зиһенем бихисап етешһеҙлектәремде булмышым төпкөлөнә батырҙы. Ләкин, тореодор ҡыҙыл туҡыма менән үгеҙҙе хөсләткән кеүек, ҡайһы ваҡыт үтә лә ҡыҙыулығым ҡалҡып ҡуя.
Үгеҙ йылы билдәле шәхестәргә лә бай. “Үгеҙҙәштәр”ем Алла Пугачева, Иосиф Кобзон, Ольга Бузова, Сергей Безруков, Наташа Королева, Владимир Высоцкий, Михаил Боярский, Николай Валуев, Анна Ахматова, Джим Керри, Ричард Гир, Эдди Мерфи, Чарли Чаплин, Джордж Клуни, Уолт Дисней, принцесса Диана, Барак Обама... Был исемлектән сығып “үгеҙ”ҙәрҙең хисле, көслө, юморға бай булыуы асыҡ сағыла. Тарихтан тыуасаҡ йыл ағзаһы революционер Софья Перовскаяны иҫкә алһаҡ, үгеҙҙәрҙең йәмғиәттә дауыл ҡуптарыу ҡеүәтенә эйә булыу ихтималлығын да күрәбеҙ. Шулай ҙа исемлектең Наполеон Бонопарт, Адольф Гитлер кеүек тирандар менән тулыланыуы күңелде ҡыра. Ирекһеҙҙән шиғырымдағы “беҙҙең менән һағыраҡ, беҙҙең осло мөгөҙҙәр” тигән юлдар телгә килә.
Ышанмаҫһығыҙ, әммә минең күптәнге телемдән килгән берҙән-бер һәм иң яратҡан тиҙәйткесем дә үгеҙ менән бәйле. Уны балаларға һәм таныштарға һөйләп йыш ҡына аптыратҡаным да бар. Шыттырмайым, әммә ни тиклем ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, ул минең телемә лә, зиһенемә лә эленеп кенә барған берҙән-бер тиҙәйткес. Әле шуны уйлап ҡуйҙым: был да осраҡлы түгел ахыры. Бына ул: үгеҙегеҙ үҙегеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙегеҙҙеке, үгеҙегеҙҙең мөгөҙөн үҙегеҙ һындырғас, үгеҙегеҙҙән күрмәгеҙ, үҙегеҙҙән күрегеҙ.
Ниндәй генә хайуан йылында тыуыуға ҡарамаҫтан, тәү сиратта кеше булып ҡалырға кәрәк. Донъяларыбыҙ матурланып китһен, ауырыуҙар сигенһен, мөгөҙлө йыл килһә лә, “һөҙөшөп” йәшәүҙәр туҡтатылһын, тореодор майҙанда ҡоторған үгеҙҙе еңгән кеүек, барлыҡ михнәттәрҙе еңеп сығырға насип итһен, тик тәртипле үгеҙҙәр майҙан тотһон. Ә Яңы йыл Үгеҙе бөтә ауырыу-ғазаптарҙы 2021 йылға индермәй һөҙөп сығарһын. Уңайҙан файҙаланып, “үгеҙҙәш”тәремде, бөтөн республика халҡын тыуып килгән Үгеҙ йылы менән ҡайнар ҡотлайым!
Читайте нас: