Шоңҡар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 01:17

Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы йыл башынан уҡ әүҙемлек күрһәтә

Улар 2021 йыл -Сәләмәтлек һәм әүҙем тормош йылын ҙур күтәренкелек, яҡты уйҙар, яңы хыялдар менән башлап ебәрҙе.

Ауыл активистары йылдың тәүге көнөндә үк Баймаҡ ҡалаһының С.Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында ойошторолған Бөтә Рәсәй Вәғәҙәләр йүгереүе сараһында ҡатнашты. Спорт ярышының мәғәнәһе шунда- унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең хыялдарын, теләктәрен аҡ ҡағыҙға яҙырға һәм 2021 метр арауыҡты үтергә тейеш ине. Яйыҡбайҙан килгән команданың барыһының да уйҙары, хыялдары бер булып сыҡты.Олоһо ла,кесеһе лә "Түбәнге Яйыҡбай-айыҡ һәм сәләмәт ауыл", "Түбәнге Яйыҡбай әүҙем тормош яҡлы", "Яйыҡбайҙар республика конкурсында 1 урын алды" тигән теләктәр яҙҙы. Моғайын уларҙың был теләге мотлаҡ тормошҡа ашыр!
Читайте нас в