Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 23:00

Указға буйһонмаусылар барлығы асыҡланған

Магазинға полиция саҡыртҡандар, һатыусы үҙ ғәйебен тулыһынса таныған.

Өфөлә, спиртлы эсемлектәрҙе һатыу тыйылыуға ҡарамаҫтан, был законға буйһонмаусы һатыу нөктәһе фаш ителгән.
Бөгөн, 3 ғинуарҙа, “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Хәүефһеҙ республика” активистары Радий Хәбиров указы буйынса ҡоро закон иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, алкоголь менән һатыу итеү нөктәһен асыҡлаған. Рейд мәлендә 15 сауҙа нөктәһе тикшерелгән. Уларҙың берәүһендә указға буйһонмаусылар барлығы асыҡланған. Нижегородка биҫтәһендә активистҡа араҡы һатҡандар. Һатыусы үҙен агрессив тотҡан, физик көс ҡулланған, активистарҙы һәм был хәлде видеоға төшөрөүселәрҙе эткеләп сығарырға теләгән һәм һатып алынған араҡыны төшөрөп ватҡан. Магазинға полиция саҡыртҡандар, һатыусы үҙ ғәйебен тулыһынса таныған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн магазигдарҙа ҡоро закон хөкөм һөрә, 4,5, 6 ғинураҙа ла спиртлы эсемлектәр иртәнге сәғәт ундан төшкө сәғәт икегә хәтлем генә һатыла. Кафе һәм ресторандарға был ҡағылмай.
Читайте нас: