Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2021, 04:51

Асҡында "Саңғысылар көнө" үтте

Унда иң әүҙемдәр, етеҙҙәр һәм сәләмәт тормош яратыусылар йыйылды.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре ойошторған байрамда барлығы 30-ға яҡын спортсы ҡатнашырға теләк белдерҙе. Шулай уҡ уларҙың көйәрмәндәре - ғаилә ағзалары, дуҫтары ла саранан ситтә ҡалманы. Һәр кем үҙ йәш категорияһында йүгерҙе һәм иң етеҙҙәр Спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты миҙалдары менән бүләкләнде.
Спорт мәктәбе директоры урынбаҫары Рөстәм Тимерғәли улы Әбдрәхимов барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, һәр ваҡыт спорт менән дуҫ булыуҙарын теләне. Ә ярышта ҡатнашыусыларҙы ғаилә ағзалары, хеҙмәттәштәре йүгереп килеүҙәренә эҫе сәй әҙерләп, дәртләндереп торҙо.
Читайте нас: