Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2021, 05:01

Боҙ ҡаласығы кемгә ҡамасаулаған?

Ҡыйғыла тәртип боҙоусылар эҙләнә.

Район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко хәбәр итеүенсә, 1 ғинуар кисендә билдәһеҙ кешеләр Ленин урамындағы майҙансыҡтағы боҙ фигураларын емергән.
- Быға күп хеҙмәт һалынған, һөҙөмтәлә скульптураларҙан емереклектәр генә тороп ҡалған... Йыл һайын Яңы йыл ҡаласығын төҙөүгә күп аҡса һәм кеше ресурстары сарыф ителә. Быларҙың барыһы ла өлкәндәргә һәм балаларға байрам кәйефе өләшер өсөн эшләнә. Үкенескә ҡаршы боҙ һындары яңы йылда бер көн дә тора алманы. Вандалдарҙы полиция эҙләй, хоҡуҡ боҙоусылар асыҡланыр һәм тейешле язаһын алыр тип ышанабыҙ - тип белдерҙе район етәксеһе.
Читайте нас: