Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2021, 05:33

Ейәнсурала ҡышҡы футбол буйынса турнир үтте

Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенең футбол яланы кисә шау-гөр килеп торҙо.

Унда район үҙәгенең ихата командалары араһында, Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарына арнап, ҡышҡы футбол буйынса турнир үтте. Ярыш йомғаҡтары буйынса “Исян-сити” командаһы - 1-се, "Ҡырағай бесәйҙәр" - 2-се, "Сая" командаһы 3-сө урынды яулаған.
Читайте нас: