Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2021, 23:35

Үгеҙҙәр бер урында артыҡ тапанмаған, һәр ваҡыт юғары идеялар менән янып йәшәгән заттар

Заһит Ғүмәров, ирекмән, Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет директоры, БДУ магистранты.

Үгеҙҙәрҙе бер урында артыҡ тапанмаған, һәр ваҡыт юғары идеялар менән янып йәшәгән заттар итеп беләм. Класташтарымды ғына алып ҡараһам да, Алмас Сирусин – йырсы, Әлфиә Әйүпова йәш шағирә булараҡ танылып килә. Мин иһә төрлө өлкәлә, төрлө йүнәлештә үҙемде һынап ҡарайым. Студент сағымда уҡ шиғырҙар һәм Мостай Кәримдең ижадына арналған ғилми мәҡәләләр йыйынтығынан торған китаптарым донъя күрҙе. М. Кәрим фонды һәм Зөбәй Үтәғолов исемендәге стипендиялар алдым.
Ойоштороу комитетында рәйес булараҡ икенсе йыл эшләйем. Ун алты кешенән торған командала Баймаҡ йәштәрен йыйыр, берләштерер, халҡыма файҙа килтерер өсөн ниҙәр генә башҡарманыҡ та, ниндәй генә проекттарҙы тормошҡа ашырманыҡ! “Етәксе менән саф һауала” йөрөп, халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар эҙләнек, “Яңы тулҡын”да һәләтле замандаштарыбыҙ менән таныштырабыҙ.
Быйыл, әлбиттә, күп нәмә үҙгәрҙе. Пандемия арҡаһында ирекмән эшенә ныҡлап тотондоҡ. Әлеге ваҡытта райондағы мохтаждарға беҙҙең штабта йәмғеһе 142 кеше һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Эшебеҙ декабрь башында ил башлығы В. Путин тарафынан да юғары баһаланды. “Беҙ бергә!” тип аталған Дәүләт наградаһына лайыҡ булдыҡ.
Быйылға пландарым тағы ла ҙурыраҡ. Ғалимә Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина етәкселегендә магистрант диссертацияһын яҡларға әҙерләнәм.
Читайте нас: