Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2021, 19:54

Коронавирус ҡорбаны булды

Германия, Польша, Украина, Швейцария, Япония симфоник оркестрҙары менән сығыш яһаған.

Башҡортостандың Милли симфоник оркестрының танылған дирижеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Таһир Камалов 59 йәшендә ауырыуҙан һуң вафат булды. Уның хеҙмәттәштәре коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшеүен, табибтар уны һаҡлап ҡала алмауын белдерә. Был хаҡта «Башинформ» хәбәр итә.
Таһир Камалов 1962 йылдың 2 июнендә тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын баян класы буйынса тамамлаған, Өфө сәнғәт институтында һәм Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында уҡыған. Ҡазан консерваторияһында профессор Фуат Мансуровтың опера-симфоник дирижерлыҡ классы буйынса стажер булған.
Германия, Польша, Украина, Швейцария, Япония симфоник оркестрҙары менән сығыш яһаған. Халыҡ-ара башҡарыусылар һәм дирижерҙар конкурсы лауреаты (Женева, Швейцария, 1997). 1995 йылда уға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелә.
Мәрхүмдең ғаиләһенең,туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: