Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар 2021, 14:37

Эшләгән пенсионерҙарҙың пенсияһын индексацияларға йыйыналар

Был ниндәй маҡсатттан эшләнәсәк?

Рәсәйҙә эшләгән пенсионерҙарҙың пенсияһын тағы бер ҡат индексацияларға башлау мәсьәләһен ғинуар-февраль айҙарында хәл итеүҙәре ихтимал. Шул ваҡытта пенсионерҙарҙың был категорияһы яҙғыһын индексацияланған пенсия ала аласаҡ. Был хаҡта Дәүләт Думаһының Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Михаил Тарасенко(«Берҙәм Россия») әйтеп үтте.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Министрҙар Кабинетына эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы индексациялау буйынса тәҡдимдәрҙе 1 февральгә тиклем тапшырырға ҡушты.
«Байтаҡ аҡса кәрәк буласаҡ. Тик был үҙен аҡлаясаҡ, сөнки дәүләт һоро эш хаҡы һәм башҡа сығымдар аша күберәк юғалта. Кешеләр үҙ пенсияһының тейешле күләмдә индексацияланғандан юғалтыуҙы компенсациялау юлдарын таба», — тип өҫтәне депутат.
Читайте нас: