Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар 2021, 23:55

Хатта буйвол ите лә булған

Башлыҡ белдереүенсә, республикала 2 мең мәктәп бар, күп ашханаларға ремонт талап ителә. Балалар үҙҙәрен уңайлы хис итһендәр өсөн уларҙы кафе кеүек эшләргә кәрәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында социаль мәсьәләләр буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
– Православ динендәгеләр Раштыуа байрамын ҡаршыларға йыйынғанда беҙ проблемалар тураһында һөйләшергә йыйылдыҡ, – тине Владимир Путин. – Эшебеҙҙең маҡсаты – кешеләр яҡшыраҡ йәшәһен. Бигерәк тә дәүләт ярҙамына мохтаждарға ҡағыла. Мәсьәләләр төрлө планлы, ләкин уларҙы бер нәмә берләштерә – ул дәүләт структураларының граждандарҙы социаль яҡлауы.
Кәңәшмәлә һирәк осорай торған ауырыу менән яфаланған балаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү, балалар баҡсаларында һәм яслеләрҙә урындарҙы арттырыу, бәләкәй кластарҙа уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән менән тәьмин итеү, социаль түләүҙәрҙе ваҡытында биреү, пенсияларҙы индексациялау һәм башҡалар тураһында һөйләштеләр.
Владимир Путин 2021 йылдың 1 ғинуарынан 3 йәштән 7 йәшкә тиклем бала үҫтергән һәм аҙ эш хаҡына йәшәгән ғаиләләргә ярҙам итеү программалары яңынан эшләй башлаясағын белдерҙе. Элек һәр балаға минималь эш хаҡы күләменең яртыһы түләнһә, бөгөн минималь эш хаҡы күләмендә түләнергә тейеш.
Радий Хәбиров кәңәшмәлә сығыш яһап, мәктәптәрҙә балаларҙы ҡайнар аш менән һыйлау мәсьәләһенә туҡталды, был изге башланғыстарҙың береһе, тине. Башлыҡ белдереүенсә, республикала 2 мең мәктәп бар, күп ашханаларға ремонт талап ителә. Балалар үҙҙәрен уңайлы хис итһендәр өсөн уларҙы кафе кеүек эшләргә кәрәк.
Радий Фәрит улы бер ҡыҙыҡ фактҡа туҡталып үтте. Ике йыл элек улар мәктәптәргә ниндәй ит килтереүҙәрен тикшергәндәр. Башҡортостан ите унда 13 процент тәшкил иткән. Ҡайһы бер осраҡта хатта буйвол ите лә булған. Хәҙер мәктәптәр үҙебеҙҙә етештерелгән ит менән тәьмин ителә һәм ул 90 процентка етте, тине ул.
Былтыр балалар баҡсалары төҙөү буйынса республикала рекорд ҡуйылған: 25 баҡса төҙөлгән.
Читайте нас: