Бәлә – аяҡ аҫтында, тиҙәр. Башҡортостандың төрлө райондарында бер юлы ике автомобиль боҙ аҫтына киткән.
Береһе 3 ғинуарҙа Салауат районының Лаҡлы ауылы янында Әй йылғаһына «сумған». Бәхеткә ҡаршы, зыян күреүселәр юҡ, автомобилде һыуҙан сығарылғандар.
Шуға оҡшаш икенсе осраҡ Баймаҡ ҡалаһында теркәлгән. Быныһында автомобиль йылғаға юл-транспорт һәләкәтенә эләккәндән һуң төшөп киткән.