Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2021, 17:45

ИСЕМ. ХИКӘЙӘ

Кеше ғүмере буйы ата-әсәһе һайлаған, мулла тарафынан ҡушылған бер исем менән генә йөрөргә тейеш. Мосолман халҡы элек-электән яңы тыуған сабыйҙың киләсәген ҙурлап, яҡты өмөттәр бағлап оҙон исем ҡушҡан.

Зифа менән Булат яратышып өйләнешеп, татыу донъя көттөләр. Бер ул үҫтереп матур ғына йәшәп ятҡанда ҡара ҡайғы килде. Йөк машинаһына тейәлгән бесәндең баҫрауын тотоп торғанда уныһы ҡапыл ысҡынып киткән. Иҫе инәле-сығалы булып ятҡан Булатты дауаханаға алып барып өлгөрмәнеләр. Бер нисә йыл элек балалар баҡсаһында эшләп йөрөгәнендә “ҡыҫҡартыуҙар”ға эләгеп эшһеҙ ҡалған йәш ҡатын хәҙер яңғыҙы ғына донъя көтә. Булатын һуңғы юлға оҙатҡандан һуң улы каникулда булғас яңғыҙаҡ тормош үҙен ул хәтлем һиҙҙермәй ине әле. Һуңғы ваҡытта күңел төшөнкөлөгөнә ныҡлап бирелә башланы. Өләсәһенең: “Баҡыйлыҡҡа күскәнкешене йыш уйламағыҙ – йәненә тыныслыҡ тапмаҫ, иламағыҙ ҙа – кәүҙәһе һыуҙа ятыр,” – тип киҫәткәндәрен иҫенә төшөрөп үҙ-үҙен тынысландырырға тырыша.
Электән аш-һыуға оҫта булды. Тик ятҡансы тип, эшһеҙ ҡалғас заказға торттар бешерә башлағайны. Өйрәнергә теләге булғандар өсөн интернетта оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим ителгән видеояҙмалар тулып ята. Өйрән генә. “Алыусыһы булыр микән һуң?” – тип шикләнгәйне лә башта. Ауыл халҡы ла тыуған көндәрен, иҫтәлекле башҡа байрамдарын сағыу, матур итеп үткәрергә күнекте бит. Хәҙер ауылдаштары ғына түгел, күрше ауылдарҙан да торттарға заказ биреүселәр күп. Кешеләргә байрам кәйефе өләшә алыуына шатланһа, Булаты үлгәс был шөғөлдөң апаруҡ төшөмлө икәнен дә аңланы.
Ир генәһе барҙа аҡса табыу тураһында ул хәтлем уйлап ҡайғырмай торғайны ла. Бөтмөр, уңған хужа тракторы менән ерен дә һөрҙө, бесәнен дә ташыны, утынын да килтерҙе. Балта эшенә лә оҫта булғас ситкә сығып эшләп тә килде. Әле был эшенә ҡыуанып ҡына йөрөй ине, ҡулдарын бешерҙе. Ҡулы менән бергә күңеле лә әрнеп һыҙлаған кеүек булып китә ҡайһы саҡ. Күрше-тирәһе лә сәйерһенеп ҡарай, тик-томалға ҡулдарын бешерергә сабый бала түгел дә инде, эҫене аңламай тотҡан тиһәң.
Ул көндө ике-өс көн ҡайтмай йөрөгән таналарын эҙләп, арманһыҙ булып, быҫҡаҡ ямғыр аҫтына ҡалып өшөп, арып ҡайтты ла, сығып киткәнсе үк төнлөгөн ябып, томалап киткән мунсаһына инде. Талсыҡҡан тән бер мәлгә йоҡоға киткәндәй булды...
-Булат, һин нисек?.. һин? – тип аптыраны мунса мейесе артында
пәйҙә булған иренең һынына аптырап.
  • Йәнемә тыныслыҡ таба алмайым Гөлзифа. Ярты-йорто ғына мин
  • унда.
    • Бәй, йәнеңә тыныслыҡ тапмаҫлыҡ хилафлыҡ эшләп, кеше
    • ҡарғышы, рәнйеше алып йөрөмәнең. Һине оҙатҡанда бөтөн ауыл
      иланы тиһәң дә була. Һәм... үҙемде белә-белгәндән бирле мине Зифа
      тиҙәрсе.
      • Ана шул, шул. Миңә тиклем ата-әсәйемдең һәр тыуған балаһы үлеп торғас, тимерҙәй ныҡ, әкиәттәге булат ҡылыстай ҡаты булып, оҙон ғүмерле булһын тигән өмөттә Тимербулат тип исем ҡуштырғандар. Тик силсәүиттә: “Хәҙер ҡыҫҡаҡ исем модала тип, яртыһын ҡыҫҡартҡандар һәм мин Булат булып киткәнмен. Йыназа ла шул исемгә уҡылды.
      • - ?!
        - Ә һиңә гөлдәй матур, йылға буйында үҫкән нескә талдарҙай зифа буйлы булһын тип яратып Гөлзифа тигән исем биргәндәр. Һинекеләр тереләр бит әле, һораш. Белгән килеш ярты кеше булып йөрөмә.
        - Булат, әй, Тимербулат! Ҡәһәрең... – Ауыртыуҙан асырғанып ҡысҡырып ебәргәненә уянып киткәндәй булды үҙе. Ирененең һынына табан китеп барам тип, мунса мейесенең таштарына абынған икән, ярай ҙа ҡулдары менән генә тотоноп ҡалды.
        Был сәйер һөйләшеүҙең өнөндәме әллә төшөндә булыуына аңлай ҙа, күңеленә тыныслыҡ та таба алмай оҙаҡ ҡына нишләргә лә белмәй йөрөнө Зифа. Күрше районда йәшәгән әсәһенән шылтыратып исеме тураһында һорашҡас, уныһы: “Мулланан исемеңде Гөлзифа тип ҡысҡырттыҡ шул,” – тип аптыратты.
        Ауылындағы мәсеткә йөрөгән мулланан һорашыр ине, үҙе тураһында һүҙ сығыр тип ҡурҡа. Ауылда бит берҙе биш итеп, туғыҙға түкмәстереп һөйләргә әҙер генә торалар. “Зифа яңғыҙы йәшәй башлағас сәпсим дүрәккә әйләнгән икән,” – тигәндәрен көт тә тор...
        - Кеше ғүмере буйы ата-әсәһе һайлаған, мулла тарафынан ҡушылған бер исем менән генә йөрөргә тейеш. Мосолман халҡы элек-электән яңы тыуған сабыйҙың киләсәген ҙурлап, яҡты өмөттәр бағлап оҙон исем ҡушҡан. Ислам дине киң таралған илдәрҙә әле лә шулай. Ә беҙҙә үҙең беләһең инде, Ильяс – Ильяға, Гөлназ – Гуляға күптән әйләнеп бөткән. Үҙ-үҙебеҙҙе туранан-тура кәмһетеүгә шулай юл ҡуябыҙ, - тип төшөнкө генә ҡул һелтәп ҡуйҙы район үҙәгендәге мәсеттә эшләүсе мулла.
        • Хәҙер миңә нишләргә һуң? – тине тамам өмөтһөҙлөккә бирелгән
        • Зифа илап ебәреүҙән саҡ-саҡ тыйылып.
          • Бынан кире ирең исеменә уҡытҡан ҡөръән-аяттарҙы үҙенең, атаһының тулы исемен әйтеп уҡыт. Шунда ғына әруахтың күңеле тынысланыр, сират күперен үткәндә еңелерәк булыр. Әтеү, бөтә үлгән туғандарға тиҙәр ҙә хәйер бирәләр, ҡөръән уҡыталар. Был дөрөҫ түгел. Адресы дөрөҫ яҙылмайынса ебәрелгән хаттар тейешле кешеһенә барып етмәгән кеүек була бит был.
          • Мулланың әйткәндәрен төшөнгән кеүек булһа ла, юлда ауыр уйҙарға бирелеп, башы аңҡы-тиңке булып ҡайтып керҙе. Кискә табан шаңҡып йөрөгәндә календарға күҙ һалғас шатлығынан ҡысҡырып ебәрә яҙҙы. Иртәгә һуңға элек уның төркөмөнә йөрөгән Айгөлдөң тыуған көнө икәнлеге иҫенә төштө. Айгөлдө әсәһе атайһыҙ тапты ла, ҡыҙына йәше тулыр-тулмаҫтан ҡайҙалыр китеп олаҡты. Ҡырыҫ тәбиғәтле өләсәһе менән генә көн күрә ҡыҙсыҡ. Үткән юлы ла баланың тыуған көнөн иҫләүсе лә булманы. Бүтәндәрҙең тыуған көндәрендә әсәләре килеп бәләкәстәрҙе тәмлекәстәр менән һыйлап китә, ә Айгөл әсәйле килеш йәтим бала кеүек тыуған көнөндә моңһоу ғына йөрөгәнен күреп йөрәге әрнегәйне Гөлзифаның.
            Шуға ла был юлы элекке тәрбиәләнеүсеһенә байрам күстәнәсен үҙе
            әҙерләргә булды. Икенсе көндө дәртләнеп ҡамыр баҫҡанда ла, һуңынан торттоң өҫтөн Айгөлдөң яратҡан йәнһүрәт геройҙары менән биҙәгәндә лә үҙендә аңлатып бөтмәҫлек көс-дәрт тойҙо. Ҡулының ҡайһы бер урындарында яралары бөтәшеп бөтмәһә лә ауыртҡандай булманы хатта.
            Элекке яратҡан тәрбиәселәре ҙур торт, бәләкәй ҡаптағы һуттар менән килеп кергәс балалар аптырап китте. Айгөлдөң тыуған көнөн үткәрәбеҙ тигәс, тәрбиәсе апайҙары менән дәррәү күтәрелеп өҫтәл әҙерләшергә керештеләр. Байрам һуңында ҡыҙҙың ҡулдары муйынынан ҡыҫып ҡосаҡлап, ҡолағына ғына рәхмәт һүҙҙәрен шыбырлағас күҙҙәренә йәштәр килде. Күңеле тулғанын балаға күрһәтмәҫ өсөн тағы ла бер тапҡыр тыуған көнө менән ҡотланы ла сығыу яғын ҡараны. Ниәте йома намаҙына өлгөрөп, һуңынан Тимербулаты рухына ҡөръән уҡытыу, үҙенә ҡасандыр ата-әсәһе яратып ҡушҡан Гөлзифа исемен кире ҡуштырыу ине. Уның был уйын
            ҡеүәтләгәндәй көҙ айына хас булмаған йылы елгә эйәреп Тимербулатының йомшаҡ ҡулдары шаярып сәстәрен туҙҙырып, наҙлап ҡына иркәләгән кеүек тойолдо.
            Читайте нас: