Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2021, 14:13

Кредиттан азат итерҙәрме?

Ҡатмарлы ваҡытта халыҡҡа халыҡҡа ярҙам итеү буйынса өҫтәмә алымдарҙы эҙләү бара.

«2020-2021 йылдар эпидемияһы менән бәйле рәүештә илдә ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле барлыҡ заемсыларға 3 миллион һум сиктәрендә кредит түләүҙәрен амнистияға тәҡдим итәбеҙ», – тине партияның үҙәк комитеты рәйесе Максим Сурайкин. Уның һүҙҙәренсә, тейешле мөрәжәғәт Дәүләт Думаһына ебәрелгән.
“Ҡатмарлы ваҡытта халыҡҡа ярҙам итеү буйынса өҫтәмә алымдарҙы эҙләү бара. Һүҙ бигерәк тә зыян күреүселәргә ярҙам итеү тураһында барырға тейеш", – тигән Федрация Советының иҡтисади сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Константин Долгов. Уның әйтеүенсә, был йүнәлештә Рәсәй Хөкүмәте тарафынан бәләкәй һәм урта бизнеска, шулай уҡ балалы ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса күп алымдар яһалған.
Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек тә ошондайыраҡ һүҙ алып барғайнылар, ләкин был мөрәжәғәт үтмәгәйне. Был юлы нисек булыр?
Читайте нас: