Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2021, 20:55

Ҡороғорвирус менән бергә уны ялған “дауалаусылары” ла күбәйҙе

Бер нисә сәғәттән ҡулымда ҡыҙыл төҫтәге таптар барлыҡҡа килде, шешә башланы...

“Урындағы “”Сәләмәт бул!” дарыухана үҙәге ябылыу сәбәпле, ундағы тауарҙары күмәртәләп алған хаҡҡа һатыуҙары хаҡында ишетеп ҡалдым. Арзан ғына, бөгөнгө көндә иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе, антисептик һатып алдым. Ҡуллана башлағас, аптырап киттем. Быға тиклем алғандарынан спирт еҫе сыға ине. Быныһынан нимә икәнлеге лә аңлашылманы. Бер нисә сәғәттән ҡулымда ҡыҙыл төҫтәге таптар барлыҡҡа килде, шешә башланы”, - ти зыян күреүсе Мария исемле ҡатын.
Ысынлап та, һуңғы ваҡытта ҡороғорвирус менән бергә уны ялған “дауалаусылары” ла күбәйҙе.
“Таныш булмаған төрлө сайттарға инеп, осһоҙға һатылған нәмәләрҙе алам, тип алданыусыларҙың һаны артты. Күптәре шунда уҡ карта номерҙарын да биреп, тулыһынса булған аҡсаларынан да ҡолаҡ ҡаға.
Арзан хаҡҡа әйбер алам тип, уның хаҡында яҙылған яҡшы комментарий ҙарға ышанып, кәкре ҡайынға терәлеп ҡалмағыҙ”, - ти киберхәүефһеҙлек буйынса белгес Андрей Масалович.
Читайте нас: