Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2021, 17:05

Виноград, ҡыҙыл төҫтәге эске кейем...

Испандар ҙа боронғо йолаларына һаман да тоғролар.

Испандар ҙа боронғо йолаларына һаман да тоғролар. Улар ун ике тулырға бер минут ҡалғанда, ауыҙҙарына бер юлы 12 виноград ҡаба. Куранттар һуҡҡан һайын, теләк теләп, берәүһен йота торалар. Был, әлбиттә, урындағы виноград үҫтереүселәргә төшөмлө алым. Сөнки байрам алдынан был емешкә һорау арта.
Испанияла Яңы йыл байрамына бәйле икенсе йола - мотлаҡ ҡыҙыл төҫтәге эске кейемдә ҡаршылау. Был төҫ уларға бәхет, уңыш килтерә, тип иҫәпләйҙәр. Шуға ла ғашиҡтар араһында иң төп бүләктәрҙең береһе һанала.
Читайте нас: