Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2021, 15:55

Йәшерә лә бел

Айырыуса байрамдарҙан һуң Интернет селтәрендә кешеләрҙең шәхси тормошонан фотоһүрәттәр күбәйә.

Айырыуса байрамдарҙан һуң Интернет селтәрендә кешеләрҙең шәхси тормошонан фотоһүрәттәр күбәйә. Динебеҙҙә быға ҡараш нисек?

Исламда йән эйәлә­ре­нең һынын яһау ты­йыл­ған. Шулай бул­ма­һа, Мө­хәммәт ғәләйһис-сә­ләм­дең рәсеме һаҡланыр, ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөр, һөҙөмтәлә был дине­беҙ­ҙең төп нигеҙен боҙоуға килтерер ине. Һынын күр­мәһәк тә, боронғо дини яҙ­ма­лар аша Пәйғәмбәребеҙҙең холоҡ-фиғе­лен беләбеҙ, ҡиәфәтен сыра­мытабыҙ. Яҡшы ғәмәл­дәр, изгелек һүрәтһеҙ ҙә күңелдәрҙә матур хәтирә булып йәшәй, быуындан быуынға күсә килә.
Хәҙер фото сәнғәте ныҡ алға китте. Был, әлбиттә, яҡшы күренеш. Тик кешеләр артыҡ мауыға кеүек. Интернет сел­тәр­ендә күптәрҙең, айырыуса йәш быуын вәкил­дәренең, тормошо асыҡтан-асыҡ сағылыш таба: ул кем менән дуҫ, ҡайҙа ял итергә барған, ниндәй йортта, ғаиләлә йәшәй, ҡайһы ерҙә эшләй, уҡый... Яҙмаларҙан иһә был кешенең уй-маҡсаттарын да беләһең. Ғөмүмән, эске һәм тышҡы тормош интернетта тулыһынса күрһәтелә.

Ә беҙҙе бит, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡ­шы күңеллеләр генә уратып алмаған. Кемдең­дер, хатта ки дуҫ, ҡәрҙәш тип һанап йөрөгән кешеһенең матур уңыш-ҡаҙа­нышы, күркәм, мул тормошо сағылған фото­һүрәтен, хис-тойғоһо һалынған яҙмаларын көнсөллөгө аша насар ниәттә файҙаланған әҙәм балалары ла юҡ түгелдер. Шул уҡ ваҡытта күҙ тейеү тигән күренеш тә киң таралған. Пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уның бар­лығын раҫлаған, эҙемтәһе насар булыу ихтималлығын әйткән.

Шуның өсөн дә тормо­шо­боҙҙағы ҡайһы бер хәлдәрҙе, хис-тойғобоҙҙо аҡыл­лы рәүештә йәшерә белергә, һәр аҙымыбыҙ ха­ҡында һөйләп йөрөмәҫкә тейешбеҙҙер. Үҙе­беҙҙең дә, башҡаларҙың да күңел тыныслығын, һаулығын, ғүмерен һаҡлайыҡ. Иңебеҙгә балаларыбыҙҙың именлеге өсөн айырыуса ҙур яуаплылыҡ һалынғанын да онотмаһаҡ ине.
Читайте нас: