Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар 2021, 16:05

Яҙыусының улы вафат булған

Ул әсәһенең иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ҙур көс һала.

Химия фәндәре докторы, профессор Тельман Әминев ауырыуҙан һуң 6 ғинуарҙа 84 йәшендә вафат булған. Ул Мәскәүҙә йәшәне, Рәсәй фәндәр академияһының Н.Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институтында эшләгән.
Тельман Әминев 1936 йылдың 20 ғинуарында тыуған. Мәктәпте Өфөлә тамамлағандан һуң Мәскәү дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә, шунда уҡ аспирантура тамамлай. Мәскәү физика-техник институтында эш башлай.
1975 йылдан алып Рәсәй фәндәр академияһының Н.Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институтында эшләй. 2002 йылда ошо институтта "Хром халькогенидтары синтезы һәм магнит үҙенсәлектәре" темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Бынан тыш, Новочеркасск политехник институтында профессор булараҡ дәрестәр бирә.
Тельман Әминев әсәһе Башҡоростандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева мираҫын һаҡлау менән дә шөғөлләнде. Өфөлә яҙыусының музей-фатирын асты.
Читайте нас: