Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2021, 14:04

Әбйәлилдә тағы фажиғә

Был юлы малдар һәләк булған.

Фажиғә Әбйәлил районының Рауил ауылында була. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, янғын 6 ғинуарҙа 03:05 сәғәттә башлана. Янғын һүндереүселәр килгәнсе ағас ҡаралтыларҙы ут ялмап алған була, “ҡыҙыл әтәс”те тулыһынса 03:42 сәғәттә һүндерәләр. Янғын һөҙөмтәһендә 13 баш һыйыр малы һәм алты баш һарыҡ һәләк булған.
Әле янғын сығыуҙың сәбәбен асыҡлайлар.
Һуңғы арала шундай янғындар йыш ҡабатлана. Ҡайһыларына электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы, икенселәренә кешеләрҙең һаҡһыҙлығы сәбәпсе. Бындай фажиғәләр башҡаса ҡабатланмаһын ине.
Читайте нас: