Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2021, 16:59

«Минең кирелегем — айырылышыуыбыҙҙың сәбәбе булғандыр»

Дөрөҫ эшләймме тигән уйҙар бер ҙә башыма килмәне.

Йәштән кейәүгә сыҡҡанһығыҙ, ирегеҙҙе бик ныҡ яраттығыҙмы?
Икенсе курста уҡығанда, минең ғаилә ҡорғом килде. Иптәшем менән беҙ ул ваҡытта бик матур ғына йөрөп киткән инек. Ярты йыл эсендә өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Бер йылдан ҡыҙыбыҙ Нәркәс донъяға ауаз һалды. Бына шулай ике тиҫтә йәшемдә ғаилә ҡороп, бала алып ҡайтаһым килде минең. Уҡығанда бала табыуҙың үҙ ҡыйынлыҡтары булыуға ҡарамаҫтан, мин хәҙерге аҙымыма бер ҙә үкенмәйем. «Оҙаҡҡа һуҙма, бала тап», — өгөт-нәсихәте бирәм ҡыҙыма ла. Ләкин хәҙерге йәштәрҙең ашығырға теләге юҡ. Хәҙер уларҙың тормошҡа икенсе төрлө ҡараштары. Башта үҙҙәре өсөн йәшәп ҡалғылары, матди яҡты нығытҡылары килә. Шулай ҙа беҙ ул заманда аҡса етерме, нимә күреп йәшәрбеҙ тип тә уйламаныҡ. Ул ваҡытта ғаилә, бала, мөхәббәт төшөнсәләре беренсе урында тора ине.
Ғаиләгеҙ һөнәрегеҙ арҡаһында тарҡалдымы?
Юҡтыр. Өйләнешкәс, ирем менән оҙаҡ йәшәмәнек. Араларыбыҙ һүрелеү менән, мөнәсәбәттәребеҙгә нөктә ҡуйырға ҡарар ҡылдым. Үкенескә ҡаршы, уның тормошо бик йән әрнеткес тамамланды: айырылышып оҙаҡ та үтмәй, ул үлеп китте.
Икенсе ирегеҙ менән ҡайҙа таныштығыҙ?
Иптәшем менән сәхнә таныштырҙы. Ул беҙҙең спектаклде ҡараған. Унан һуң сәхнәгә менеп, мине ресторанға саҡырҙы. Шулай аралаша башланыҡ.
Фирүзә Париждың шәхси архивынан
Икенсе тапҡыр тормош ҡорор алдынан икеләнеүҙәр булдымы?
Миңә 25 йәш ине. Дөрөҫ эшләймме тигән уйҙар бер ҙә башыма килмәне. Тормош ҡорорға, ғаилә менән йәшәргә теләгем ҙур ине. Өйләнешеп ике-өс йыл йәшәгәс, улыбыҙ тыуҙы.
Икенсе ирегеҙҙең ҡыҙығыҙға мөнәсәбәте ниндәй булды? Һеҙ үҙегеҙ сит кеше балаһы үҫтерә алыр инегеҙме?
Был турала мин хәҙер ҙә йыш уйланам. Бик күп ҡорбандарға барған икән ирем минең хаҡҡа. Ҡайһы ваҡыт йәлләп тә ҡуям үҙен. Уға ул ваҡытта егерме биш йәш ине. Кеше балаһын алырға, уны үҫтерергә ризалашты. Нәркәскә бөтә иғтибарын бирҙе, уны мәктәпкә йөрөттө, тәрбиәләне. Был бик ҙур яуаплылыҡ бит. Кеше балаһы ҡунаҡҡа килһә, уны яратаһың, ҡунаҡ итәһең, ә бына шул бала менән ғүмер буйы йәшәргә тотоноу — бөтөнләй икенсе нәмә. Бик яуаплы аҙымға барған тим мин иптәшемде.
Икенсе ғаиләгеҙ ни сәбәпле тарҡалды? Балалар өсөн ғаиләне һаҡлап ҡалып булмай инеме?
Беҙ иптәшем менән айырылышҡаныбыҙға ун йыл. Айырылышыу ул, сәбәптәре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ике яҡ өсөн дә бик ауыр нәмә. Ваҡыт үтеү менән, икебеҙ ҙә тынысландыҡ. Хәҙер инде беҙ уның менән дуҫтар кеүек аралашабыҙ. Шылтыратмай ҡалған көнөбөҙ юҡ, бөтә мәсьәләләрҙе уртаға һалып хәл итәбеҙ. Сөнки беҙҙең уртаҡ улыбыҙ бар, ә малай кешегә атай, һис шикһеҙ, кәрәк. Ир бала атаһының позицияһын белергә тейеш. Атаһы — бер төрлө, мин икенсе төрлө һөйләп йөрөһәм, бала ҡайһы яҡҡа ауышырға белмәй, алдаша башлаясаҡ. Бындай әйберҙәргә юл ҡуймаҫ өсөн , мин улым алдында атаһының абруйын һаҡларға тырышам. Ир бала өсөн был бик мөһим. Баламдың киләсәге күркәм булһын өсөн, элекке ирем менән араларыбыҙҙы яйларға, матур мөнәсәбәттәр булдырырға көс таптым.
Фирүзә апай, һеҙ ситтән ҡарағанда лидер ҡатын-ҡыҙ булып күренәһегеҙ. Ә тормош иптәшегеҙ һеҙҙең үҙенән көслөрәк булыуҙы ҡабул итмәгәндер?
Эйе, ысынлап та, ул, иң беренсе сиратта, минең йомшағырак булыуымды теләне. Мин ул ваҡытта баш бирмәй торған инем. Мин нимә тип әйтһәм дә, шулай була торғайны. Шул йәшлегем, кирелегем дә айырылышыуға килтереп еткергәндер. Йылдар үтә барған һайын ғына компромисҡа барырға өйрәнәһең икән.
"Интертат"
Читайте нас: