Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2021, 01:55

Йылылыҡ өсөн хаҡ ниңә артты?

Ә хәҙер, яңы ҡағиҙә буйынса, 12 ай урынына һигеҙ ай түләйбеҙ, йәғни күпме йылытылған, шунса өсөн. Ҡышын торбалар эҫе саҡта түләйбеҙ, йәйгеһен – юҡ.

Яңы йылдың беренсе көндәренән үк республикала йәшәгән кешеләр декабрь өсөн йылылыҡҡа түләү ҡағыҙҙары алып, кәйефтәре ҡырылды. Сөнки хаҡтар 30 – 70 процентҡа артып килгән. Был сумманы күреп шаңҡыған халыҡ социаль селтәрҙәрҙә үҙенең ризаһыҙлығын белдерҙе.
Улар ни сәбәпле шулай артҡан, льготалар менән ни булыр? “БашРТС” вәкилдәре рәсми белдереү менән сығыш яһаны. Улар билдәләүенсә, тарифтар шул көйө ҡала, әммә декабрь ғәҙәттәгенән һыуыҡ (мәҫәлән, 2019 йылға ҡарағанда һигеҙ градусҡа түбән) булыу сәбәпле, йылылыҡ өсөн түләү артҡан. Өҫтәүенә, билдәле булыуынса, былтырҙан түләү шарттары ла үҙгәрҙе. Хәҙер республика граждандары йылылыҡ өсөн йылдың һигеҙ айында ғына түләй.
Элек тә һыуыҡ була ине, әммә улай уҡ күп түләнмәй ине. Ниңә? “БашРТС” компанияһында бер нисә йортто алып тикшереү үткәргәндәр. Шул асыҡланған: 2020 йылдың декабрендә 2019 йылдың декабренә ҡарағанда 28-35 процентҡа артығыраҡ түләнгән (социаль селтәрҙәрҙә хата, 70 процентҡа, тип яҙыусылар бар), әммә дөйөм түләү күләме бик күтәрелмәгән.
2019 йылдың көҙөнә тиклем йылылыҡ өсөн 12 ай буйы түләнек. Былай иҫәпләйҙәр ине: алдағы йылда йылылыҡ өсөн киткән сумманы алалар ҙа 12-гә бүләләр. Әммә йыл йылға тура килмәй. Шуға ҡарап йылылыҡ биреүсе йыл аҙағында ҡабаттан иҫәпләй. Алдағы йылға ҡарағанда ҡыш йылы килһә, идаралыҡ халыҡҡа аҡсаһын ҡайтарып бирә, әгәр киреһенсә икән, кешеләргә өҫтәп түләргә тура килә ине. Ҡайһы бер йылдарҙа фатир хужалары биш-ун мең өҫтәп түләргә мәжбүр булды.
Ә хәҙер, яңы ҡағиҙә буйынса, 12 ай урынына һигеҙ ай түләйбеҙ, йәғни күпме йылытылған, шунса өсөн. Ҡышын торбалар эҫе саҡта түләйбеҙ, йәйгеһен – юҡ.
Йылылыҡ өсөн түләүҙең артыуын Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы контролгә алды. Эксперттар хаҡтарҙың артыуы әлеге шарттарға ғына бәйле түгел икәнен асыҡланы. Баҡтиһәң, бөтә йорттарҙа ла дөйөм счетчиктар ҡуйылмаған, был осраҡта норматив буйынса түләнә. Халыҡ өсөн был уңай түгел. Ҡайһы саҡта йәшәүселәр үҙҙәре лә счетчик мәғлүмәттәрен дөрөҫ күрһәтмәй.
Был проблеманы модемдар хәл итәсәк, улар автоматик рәүештә счетчик мәғлүмәттәрен еткерәсәк. Модемдың хаҡы – мең һум, фатир хужалары уны үҙҙәре алып ҡуйырға тейеш, әммә Өфө мэры Сергей Греков ҡушыуы буйынса, сығымдың бер өлөшөн йылылыҡ биреүселәр ҡаплаһын өсөн махсус программа әҙерләнә.
Күп ваҡыт халыҡ фатирҙарҙа ныҡ эҫе булыуға, хатта тәҙрәләрҙе асырға тура килеүгә зарлана. Торлаҡта уңайлы температураны идарасы компания билдәләргә бурыслы.
Шулай уҡ күпселекте ташламалар борсой. Бөтәһе лә ғәмәлдә ҡаласаҡ. Компенсация түләүҙәре артасаҡ та, сөнки улар ғәмәлдә киткән сығымға бәйле. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, “ҡыҙыу нөктәләрҙә” ҡатнашыусылар, инвалид бала тәрбиәләүселәр ғаиләләре, чернобылселәр, тыл ветерандары, хеҙмәт ветерандары, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр дәүләттән коммунал хеҙмәттәргә түләү өсөн аҡсалата компенсацияға хоҡуҡлы.Яңы ҡағиҙәләр буйынса, льготаға хоҡуҡлы кеше айҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, уны һәр кем өсөн айырым иҫәпләйҙәр, йәғни күберәк түләгән һайын, күберәк аласаҡтар.
Шулай уҡ түбәндәгеләрҙең субсидия алыу мөмкинлеге бар:
- тулы булмаған күп балалы ғаиләләр – 13 процентҡа тиклем;
- яңғыҙ йәшәгән 60 йәше тулған ирҙәр, 55 йәше тулған ҡатындар – 18 процент;
- 70 йәше тулған яңғыҙ йәшәгән граждандар – 16 процент;
- ҡалған граждандар – 20 процент.
Субсидиялар буйынса күп функциялы үҙәккә йәки район үҙәгендәге социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.
Әгәр ҙә һеҙгә йылылыҡ биреүсе ойошма "БашРТС" идаралығы икән, түләүҙәргә бәйле һорауҙар килеп тыуғанда 8-800-511-30-15 телефоны аша диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. Графигы эш көндәрендә 8.30-17.30 сәғәттәрҙә, шәмбе 9.00-дән 18.00 сәғәткә тиклем. Шулай уҡ сайтта шәхси кабинет аша мөрәжәғәт итергә лә була.
Йылы биреүсе МУП "УИС" идаралығы икән, 8-800-250-52-80 телефонына шылтыратығыҙ. Шәхси ҡабул итеү әлегә юҡ. Тикшереү һөҙөмтәләре менән риза булмаған осраҡта Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итергә була.
Ялыуҙар Өфө ҡалаһы, Ст. Халтурин урамы, 28 адресына хат менән ҡабул ителә. Шулай уҡ дәүләт властарының электрон ҡабул итеүе сайты аша ла, торлаҡ-коммуналь хужалығының мәғлүмәт системаһы аша ла мөрәжәғәт итергә була.

Читайте нас: