Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2021, 18:50

Бөрө - мөхәббәт ҡалаһы

Ҡала танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.

2019 йылда Бөрө ҡалаһы, Октябрь проспекты һәм Ленин ис. скверҙа төҙөкләндереү эштәре башҡарып, уңайлы ҡала мөхите барлыҡҡа килтереү буйынса үткән бөтә Рәсәй конкурсында "халыҡтар йәшәгән тарихи урындар" категорияһында еңеү яуланы һәм 75 миллион һум күләмендә федераль грант аҡсалары алды. Проектты тормошҡа ашырыуҙы финанслауҙың дөйөм күләме 178,8 миллион һумға баҫты.
Бөгөн реконструкция эштәре менән эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты. Төҙөкләндереү ваҡытында урамдар, йәйәүлеләр йөрөгән урындар, тарихи төҙөлөш һәм мәҙәни мираҫ объекттары яңыртылған,
"Йәшел баҙар" берҙәм стилдә яңыртылған, унда уңайлы эскәмйәләр ҡуйылған, урамға заманса яҡтыртыу һ.б. эштәр башҡарылған.
“Бөрөлә майҙанды төҙөкләндереүгә комплекслы ҡарағандар, яңы балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән, миңә бик оҡшаны, – тине Радий Хәбиров. – Йыл һайын 8 июлдә беҙ Бөрөлә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө үткәрәсәкбеҙ. Ышанам, бөгөн барыбыҙ ла бында йыйылырбыҙ, артистар саҡырып, ҙур программа әҙерләрбеҙ. Мин тап бына әлеге фестиваль кеүек саралар ярҙамында ла ҡаланың туристик мөмкинлектәре асылыуын теләйем".
“Башинформ”
Читайте нас: