Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2021, 19:10

Үҙ һүҙлеләр йылы

Алһыу Ғәлимова, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.

- Мине ата-әсәйем, гимназияла уҡытыусыларым тырыш, сәмсел ҡыҙ тип беләләр. Ҡайһы ваҡытта артҡа сигенә белмәҫ холоҡло булыуыма ишаралап: “Үгеҙ йылында тыуғандар, шулай үҙ һүҙлерәктәр инде”, - тип шаяртып та алалар.
Үҙемде төрлө яҡлап һынап ҡарайым. Төрлө түңәрәктәргә йөрөйөм, конкурс-ярыштарҙа теләп ҡатнашам. “Рух” фольклоры һәм “Наҙ” вокал ансамбелдәренең етәксеһе Динә Ғилман ҡыҙы: “Һинең кеүек төрлө яҡлап һәләтле, булдыҡлы уҡыусылар менән эшләүе үҙе бәхет бит ул”, – тип күңелемде үҫтереп кенә тора. Ысынлап та, тырышҡан – тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит. Минең дә уңыштарым үҙ-үҙемә талапсан булыуым арҡаһындалыр, тип уйлайым. Сәхнәлә уйнап “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы” тигән исем алдым. Йырлап район, республика кимәлендә конкурстарҙа I, II дәрәжәләге лауреаты, дипломанты булдым.
“Төлкәҫ” бейеү ансамбленә лә теләп йөрөйөм. Коллектив менән “Байыҡ” бейеү конкурсында Гран-при яуланыҡ, районда үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙың биҙәге беҙ.
Тағы ла, гимназиялағы “НөктәТв”-ның алып барыусыһы, хәбәрсеһемен. Шиғыр һөйләү буйынса үткәрелгән конкурстарҙа ла һынатмайым. Рәшит Назаровтың тыуыуына 75 йыллығына арналған республика интернет-конкурсында ҡатнашып II урын алдым. Мәжит Ғафури ижадын бигерәк тә ныҡ яратам. Йыл һайын уның шиғырҙарын һөйләү буйынса ойошторолған сараларҙың береһен дә ҡалдырмайым. 2018, 2019 йылдарҙа республикала беренселекте бирмәнем. 2020 йылда Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресы) башҡарма комитеты тәүге урын алғаным өсөн диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Тик “биш”ле билдәләренә генә уҡыйым, төрлө фәндәрҙән олимпиадаларҙа ҡатнашып, урындар алғаным бар. “Өлгөлө гимназист” исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәм.
Читайте нас: