Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2021, 22:15

Үрге Тәтешле ауылында Ғ. Соҡорой урамы барлыҡҡа килде

Район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда урындағы таланттар, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “Зәйнетдин” шоу-проекты һәм Алтынай Вәлитов ҡатнашлығында концерт ҡуйылды.

Бөгөн Тәтешле районында билдәле башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе, ғалим, дин әһеле, Ирәкте башҡорт ырыуы вәкиле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына – 195, уның улы, шулай уҡ билдәле мәғрифәтсе-шағир Ғарифулла Кейековтың тыуыуына 160 йыл тулыуға бағышланған саралар булып үтте. Унда БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендәге делегация ҡатнашты.
Алдан билдәләнгән сараларға ярашлы, шағирҙың тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙа уның йорт-музейына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Ҡунаҡтар музей экспозициялары менән танышып, мәсеттә, шулай уҡ шағирҙың ҡәберендә булды.
Үрге Тәтешле ауылының яңы биҫтәһендәге бер урамға Ғ. Соҡорой исеме бирелеп, бында ла таҡтаташ ҡуйылды.
Мәртәбәле ҡунаҡтар райондың тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында күренекле шәхестең тормошо һәм ижадына бағышлап ойошторолған күргәҙмәне лә ҡараны.
Район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда урындағы таланттар, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “Зәйнетдин” шоу-проекты һәм Алтынай Вәлитов ҡатнашлығында концерт ҡуйылды.
Программаның тантаналы өлөшөндә Ҡара-Табын ырыуының иң бәләкәй вәкилдәре – балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә башҡорт телен өйрәнеү буйынса ҡушымта ҡуйылған планшеттар бүләк ителде. Улар аша бәләкәстәр тыуған яғы тарихын, атаҡлы яҡташтарының бай ижади мираҫын өйрәнә ала.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: