Өфөгә аэропорт яғынан ҡалаға ингәндә тығындар үҙәккә үтә. Тап ошо мәшәҡәтте көйләү өсөн 11 ғинуарҙан 20,5 мең кешенең эш көнө иртәнге сәғәт 8-ҙән башланасаҡ, улар быға тиклем сәғәт 9-ға йөрөй ине, сөнки иртәнге 08:10 сәғәттән 08:50 сәғәткә тиклем көслө транспорт ағымы күҙәтелә.
Ҡала ситендә, аэропорт тирәһендә йәшәгән ата-әсәләргә уңайлы булһын өсөн балалар баҡсалары һәм мәктәптәр балаларҙы таңғы сәғәт 7-нән ҡабул итә башлай. Был ваҡытта дежур төркөмдәр эшләй. Мәктәптәрҙә иһә уҡыусылар дәрес башланғанын тамашалар залында йәки дежур кластарҙа көтә ала.