Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2021, 23:19

Пассажир самолеты шартлаған

Владимир Путин фажиғә айҡанлы ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

Бөгөн Индонезияның Sriwijaya Air авиакомпанияһының Boeing 737-500 пассажир самолеты һәләкәткә осраны.
Flightradar24 порталы Джакартанан Понтианакка ҡарай осҡан самолет менән бәйләнеш юғалыуы тураһында яҙҙы. Самолет ерҙән күтәрелеп киткәс, дүрт минуттан һуң бейеклеген юғалта. Бортта 65 кеше булған, 12 экипаж ағзаһы һәм 53 пассажир.
Рәсәйҙең Джакарта ҡалаһындағы пресс-атташеһы Денис Тетюшин белешмәһе буйынса, һәләкәткә осраған самолетта Рәсәй кешеләре тураһында мәғлүмәт юҡ.
Синьхуа агентлығы самолет ҡалдыҡтары һәм мәйеттәре табылыуы тураһында хәбәр итә. Самолет Джакарта ҡалаһы тирәһендә һыуға төшкән.
Читайте нас: