Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2021, 23:20

Өс көн мәйетханала ятҡандан һуң “терел”гән

Был, әллә Яңы йыл мөғжизәһеме, әллә табиптарҙың вайымһыҙлығымы?

Түбәнге Новгород өлкәһендә йәшәүсе 56 йәшлек ир ете йыл самаһы йөрәк өйәнәге менән яфаланған. “Үлер” көндө ҡыйын була башлағас күршеһен саҡыра һәм уға ишеген генә асып өлгөрә. Ҡалғанын иҫләмәй. Өс көндән һуң өшөүҙән уянып китә һәм... үҙенең мәйетханала ятҡанлығын аңғарып ҡала. Аяғына баҫҡас, мәйетхана йыйыштырыусыһы ҡурҡышынан саҡ телдән ҡалмай.
Нимәһе ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, “үлгән” ирҙең мәйетханала уяныуында табиптар үҙ хаталарын танымайҙар. Был хәлде Яңы йыл мөғжизәһе тип ышандырырға тырышалар. Сөнки улар фекеренсә, дауаханала яңылышҡан хәлдә лә, өс көн ятып, мәйетханалағы һыуыҡта туңып үлергә тейеш булған.
Читайте нас: