Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2021, 23:45

Шыршы урынына тырма

Бында өй түренә хуш еҫле ҡупшы шыршы ултыртылмайҙар - күҙҙең яуын алырлыҡ итеп биҙәлгән тырма ҡуйыла. Эйе, эйе, әйләнгән һайын бер тырмаға баҫыу өсөн!

Көньяҡ-Көнсығыш Азияла, бигерәк тә, Вьетнамда Яңы йыл байрамы 21 ғинуарҙан 19 февралгә тиклем дауам итә. Бында өй түренә хуш еҫле ҡупшы шыршы ултыртылмайҙар - күҙҙең яуын алырлыҡ итеп биҙәлгән тырма ҡуйыла. Эйе, эйе, әйләнгән һайын бер тырмаға баҫыу өсөн! Был эш ҡоралының тештәренә ни тиклем күберәк эләгәһең, йылың да шунса уңышлыраҡ үтәсәк тигән ҡараш йәшәй.
Вьетнам Ҡыш бабайы ла үҙенсәлекле - ғаилә усағын һаҡлап тороусы Тао Куэн тип атала. Ул карп балығына атланып күктә елдерә һәм шунда аждаһаға әйләнеп, йыл дауамында ғаилә именлеген һаҡлап тора, тип ышаналар. Бының өсөн вьетнамдарға бары тик карп балығын тотоп, уға теләктәреңде шыбырларға һәм һыуға кире ебәрергә генә кәрәк.
Был илдә тағы ла киң таралған бер йола бар - Яңы йыды ҡаршы алғанда ҡыҙыл төҫтәге ҡағыҙға ҡара менән теләктәрен яҙалар һәм ул ун ике ай дауамында ҡунаҡ бүлмәһендә йәбешеп тора.
Читайте нас: