Норильск янында, “Айырым тауҙар” тип аталған тау саңғыһынан шыуыу комплексында, ял итеүселәр йәшәгән йорттарҙы тауҙан төшкән ҡар өйөмө баҫа. Фажиғә булған урынға 200 яҡын ҡотҡарыусы, ирекмән, 18 техника йәлеп ителә.
Иң тәүҙә ҡар аҫтынан, төрлө урындары һыңған һәм туңа башлаған, 14 йәшлек үҫмерҙе сығаралар. Һуңғараҡ 38 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһе табыла. Уның шулай уҡ, фажиғә урынында, йәш ярымлыҡ улы менән ире лә булыуы мөмкин.
Ғөмүмән, ҡаза күреүселәрҙең һаны әлегә билдәһеҙ, ҡотҡарыу эше дауам итә.