Ҡазанда 22 йәшлек егет 18 йәшлек һөйгәненә ҡунаҡҡа килгән. Унда ҡыҙҙың ата-әсәһе менән егет араһында ыҙғыш сыҡҡан. Егет бысаҡ алып, 59 йәшлек ҡатынды, уның 62 йәшлек ирен, яратҡан ҡыҙын һуйып үлтергән. Шунан һуң үҙе дүртенсе ҡаттан һикергән, әммә иҫән-һау ҡалған. Уны ашығыс рәүештә дауаханаға килтергәндәр һәм операция яһағандар.