Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2021, 20:59

"Аҡ Барыҫ"ты ҡыйраттыҡ!

Бөгөн чемпионаттың иң ҡыҙыу матчтарының береһе булды.

“Салауат Юлаев” “Аҡ Барыҫ” командаһын үҙ боҙонда ҡабул итте.
Өфө командаһының ҡапҡасыһы Юха Метсола үҙенең бурыстарын бик яҡшы атҡарҙы. “Аҡ Барыҫ” беренсе голды индерһә “Салауат Юлаев” командаһы спортсылары оҙаҡламай иҫәпте тигеҙләне: голды Александр Кадейкин индерҙе, ә Джефф Плэтт команданы алға сығарҙы. Әммә күп тә үтмәй, Александр Педан, юлаевсылар ҡапҡаһына мәрәй индерһә, Теему Хартикайнен уға яуап ҡайтарҙы.
Уйын бик көсөргәнешле барҙы. Бер аҙҙан Ҡазан командаһы иҫәпте 3:3 итеп ҡуйҙы. Өсөнсө периодта Сакари Маннинен иҫәпте 4:3 итһә,“Салауат Юлаев”тың һөжүм итеүсеһе Теему Хартикайнен өҫтәп өс гол индреҙе. Шулай итеп, был осрашыу беҙҙең файҙаға 7:3 иҫәбе менән тамамланды. Шәп бит!
12 ғинуарҙа “Салауат Юлаев” командаһы Новосбирскта урындағы “Сибирь” менән осрашасаҡ.
Читайте нас: