Дүрт төрлө нәмә дауам итеп кенә торғанда дин менән фани донъя тынғылыҡтан һәм именлектән айырылмаҫ:
Аллаһ тарафынан ваҡытлы ғына файҙаланып ҡалыу өсөн бирелгән мал-мөлкәте булған байҙарҙың һаранлыҡҡа бирелмәүе; ғалимдарҙың үҙҙәрендә булған, үҙҙәре өйрәнеп алған ғилем менән эш итә белеүе; наҙандарҙың наҙанлыҡтары менән маҡтаныуҙан туҡталып тороуҙары; хәйерселәрҙең фани донъя бәрәбәренә Ахирәтте һатып йөрөүҙәре туҡталып ҡалғансы, донъя тынғылыҡтан да, именлектән дә айырылмаҫ. “Башҡортса дини календарь”ҙан алынды.