Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2021, 22:00

Хоккей турниры үтте

Йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыуға район хакимиәте күп көс һала.

“Спорт һәм һаулыҡ ун көнлөгө саралары” сиктәрендә кисә Ғафури районының Юлыҡ ауылында хоккей турниры үтте. Сәмле уйында Сәйетбаба, Ҡауарҙы, Юрмаш, Юлыҡ ауылы командалары ярышты. Дүртенсе йыл ойошторолған был сарала Сәйетбаба менән Ҡауарҙы ауылы командалары беренсе һәм икенсе урындарҙы бүлеште.
Призлы урындарҙы алыусылар Ғафури районы хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлегенән кубоктар, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Йәштәрҙе спортҡа, сәмле уйындарға ылыҡтырыуға район хакимиәте күп көс һала. Ә урындағы “Юлыҡ” ТОСы оҙайлы каникулдарҙа ауыл халҡын һәм килгән ҡунаҡтарҙы һырғалағы менән ҡыуандырҙы. Бигерәк тә, йәш быуын, боҙҙа шыуып кинәнде.
Читайте нас: