Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин йән башына һәм 2021 йылға төп социаль-демографик төркөмдәре буйынса йәшәү минимумы күләмен билдәләү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы, ул 11653 һум буласаҡ
Йән башына йәшәү минимумы күләме — 11 653, эшкә һәләтле кешеләр өсөн — 12 702, балалар өсөн — 11 303, пенсионерҙар өсөн 10 022 һум тәшкил итәсәк.
Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтендә иҫкәртеүҙәренсә, 2021 йылдан йәшәү минимумы элекке кеүек кварталға түгел, ә бер йылға билдәләнә. Быға тиклем уның күләме ҡулланыу кәрзиненә индерелгән аҙыҡ-түлек баһаһын иҫәп-хисап нигеҙендә билдәләнә ине, хәҙер иһә ул ил буйынса йән башына тура килгән уртаса килем күләменә бәйле буласаҡ.