Башҡортостанда ике автобус ҡатнашлығында юл фажиғәһе һәм ике кешенең үлеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Һәләкәттә вафат булғандарҙың шәхестәре асыҡланды. Уларҙың береһе 2014 йылғы малай булһа, икенсеһе - 2007 йылғы ҡыҙ.
Ҡотҡарыусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, әле 2003 һәм 2006 йылғы ҡыҙҙар Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлегегендә ята.
Әле йәшәргә лә өлгөрмәгән сабыйҙар йәл. Мәрхүмдәрҙең атай-әсәйҙәренә, туғандарына Хоҙай сабырлыҡ бирһен!