Республикала коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Яңы йылға тиклем төбәккә 7600 доза вакцина ҡайтарылды. Иң беренсе булып улар табибтарға, уҡытыусыларға, социаль хеҙмәткәрҙәргә, МФЦ, полиция хеҙмәткәрҙәренә, волонтерҙарға тәғәйенләнде. Максим Забелин яҡын көндәрҙә Башҡортстанға 6,5 мең доза күләмендә вакцинаның киләһе партияһы ҡайтыуы көтөлөүен билдәләне. Бөгөн оператив кәңәшмәлә:
– Коронавирусты прививка яһатып ҡына еңә аласаҡбыҙ. Уны дәррәү үткәрергә кәрәк. Беҙгә республика халҡының кәмендә 2/3 өлөшөн вакциналау мөһим, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Кешеләргә прививка яһатыуҙың кәрәк икәнлеген төшөндөрөргә тейешбеҙ, сөнки коронавирусты шулай булһа ғына еңә аласаҡбыҙ.