Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Премьер-министр Андрей Назаровҡа һәм торлаҡ хужалыҡ министры Борис Беляевҡа төбәктә йәшәүселәрҙең йылылыҡ өсөн тарифтарҙы кәметеү өсөн бер нисә йөкләмә бирҙе.
– Нигеҙһеҙ түләү осраҡтары булһа, халыҡҡа аҡсаларҙы кире ҡайтарырға, - тип йомғаҡ яһаны Радий Фәрит улы.