Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 22:50

Тормошоңдо яҡшы яҡҡа үҙгәртәйем тиһәң...

Түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һал...

  1. Тәҡдимдәргә уйлап яуап бир. Ғәҙәттә, бар нәмәгә ризалашып, башҡаларҙың эшен эшләргә йүгергәндәрҙең үҙенең шәхси тормошона ваҡыты ҡалмай. Шуға ла, бәйләнсек дуҫтар, туғандар ниндәйҙер эш менән мөрәжәғәт итәләр икән, үҙең тураһында ла онотма.
  2. Көнөнә бер тапҡыр, исмаһам, бер эште аҙағынаса тамамларға өйрән. Ул кейем шкафын йыйыштырыумы, киске ашҡа фастфуд ашағансы үҙең бешереүме... барыһы ла һинең файҙаға ғына.
  3. Аҙнаһына бер көнөңдө интернетһыҙ ғына үткәреп ҡара.
  4. Иртәгәһенә башҡарасаҡ эштәреңде кисен үк планлаштырып ҡуй.
  5. Ашағанда телефоныңдан айырылып тор. Был, беренсенән, аҙыҡтың тәмен тойорға ярҙам итер һәм туйғаныңды ла белмәйенсә артыҡ тығынып ултырыуҙан аралар. Икенсенән, табындаштарыңа ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүең дә күренер.
  6. Төнгөнлөккә телефоныңды бүлмәнең икенсе осона ҡуй. Иртән уны һүндерәм тип торғансы, йоҡоң осор.
  7. Идеяларыңды яҙып бар. Ғәҙәттә улар көтмәгәндә килеүсән һәм йыш ҡына онотолалар. Елле фекерҙәр елгә осмаһын.
  8. Читайте нас: