Һигеҙ йәшлек Зоя модель булып эшләй. Эш хаҡын хәйриә фондына тапшыра. Әлеге көндә уның ярҙамы менән 39 бала үҙ ғаиләһен тапҡан да инде.
Зоя Себерҙә донъяға килә. Тыуғас та балалар йортона барып эләгә һәм өс йыл шунда йәшәй. Татьяна Кукушкина тигән ҡатын үҙ ғаиләһенә ҡыҙлыҡҡа алғас, ташландыҡ ҡыҙҙың тормошо ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Тиҙҙән ул үҙен модель булараҡ һынап ҡарай. Рекламаларҙа төшә башлай.
Йәтимлек тойғоһон тыуғас та татыған оло йөрәкле ҡыҙсыҡ ауыр хәлдә ҡалыусыларға ярҙам итеүҙе, эшләй башлағас та, төп маҡсаты итеп ҡуя.