Яңы йыл алдынан, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә, Өфө районының Октябрьск ауылында яңы табип амбулаторияһы ҡулайлаштырылған бинала эшләй башлаған.
Урындағы халыҡ өсөн дә, медицина персоналы өсөн дә бар уңайлыҡтар ҡаралған. Унда терапевт, педиатр, теш табибы эшләй. Процедура бүлмәһе лә бар.