Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2021, 23:19

Ул юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙа ғәйепләнә...

Уға ете йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.

10 ғинуарҙа республиканың Салауат районында юл фажиғәһендәге Transit Ford автобус водителенең береһе ҡулға алына һәм өйҙәге тотҡонлоҡҡа ебәрелә.
Ул юл хәрәкәтен боҙоуҙа, ике һәм унан да күберәк кешенең үлеменә килтереү статьяһы буйынса ғәйепләнә. Уға ете йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Тәфтишсе водителде һаҡ аҫтына алыуҙы һорай. Әммә суд уның өс бәләкәй балаһы, ыңғай характеристика булыуын иҫәпкә алып, ике ай өйҙәге тотҡонлоҡҡа ҡулға алырға тигән ҡарар сығара. Ҡарар законлы көсөнә инмәгән әле. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, юл-транспорт һәләкәте һөҙөмтәһендә ике бала, һуңыраҡ билдәле булыуынса,тағы ла бер -17 йәшлек ҡыҙ дауаханала вафат була, тағы 10 кеше йәрәхәтләнгән.
.
Читайте нас: